top of page

Это текст. Нажмите, чтобы отредактировать и добавить что-нибудь интересное.

Минең  педагогик  инициативам

Хәйерле көн,  хөрмəтле коллегалар!

        Мин  Нəғимова Нəжибə  Ғизитдын  ҡыҙы   Туймазы районы  Ə.М. Мирзаһитов исемендəге / Ҡандра  2-се урта мəктəбенең юғары категориялы/ башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы.

Башҡортостан  Рспубликаһының    таланттарға бай тɵбəктəрҙең береһе булған , тау, йылға-кʏлдəре,ҡымыҙы менəн дан тотҡан Учалы районы / Яңы Байрамғол ауылында/ донъяға килгəнмен.  Уҡытыусы һɵнəренə  ғашиҡ  булыуым,/ ʏҙемдең   халҡыма хеҙмəт итеʏ телəге  мине  Башҡорт Дәүләт  университетына алып килде. 

Юллама буйынса   Туймазы районында хеҙмəт юлын башлап ебəрҙем.  37 йыл /бɵтə кɵсɵмдɵ, тырышлығымды һалып ,/һайлаған һɵнəремə тоғро ҡалыуым менəн мин бик  ғорурланам.

Бɵгɵн /ʏҙемде / бəхетле  тип һанайым,/ сɵнки/ шатлыҡ-ҡайғыны  уртаҡлашырҙай/ яҡын кешем бар.

        Иптəшем менəн 3 ҡыҙға ғʏмер бʏлəк иттек. /Йəшəʏемдең  мəғəнəһенə əйлəнгəн,/ эшемдə башланғыстарҙы, / уңыштарҙы  хуплауҙа/ ғаиләмдең роле һанап бөткөһөҙ. 

              Уҡытыусымын! /Һɵйɵнɵп эшкə барам,

              Байрам кеʏек  миңə /һəр кɵнɵм,

              Балалар һəм мəктəп /- бар байлығым,

              Үҙем тапҡан/ бəхет бɵртɵгɵм.

          Ғəзиз телебеҙҙе,/ илебеҙҙе яратҡан,/ уны һаҡларға,/ яҡларға əҙер булған  Башҡортостаныбыҙҙың  лайыҡлы шəхесен тəрбиəлəʏ -  минең тɵп бурысым.

            «Ауыҙ  кʏрке-тел/,Телдең  кʏрке-һʏҙ» тип  / юҡҡа əйтелмəгəн. / Борон-борондан /Аҡмулла кеʏек  сəсəндəр/  ʏҙҙəренең  ʏткер һʏҙҙəре менəн/ халыҡта абруй ҡаҙанғандар./ Бɵгɵн  дə /оҫта һəм матур һɵйлəшкəн кешелəр/ ихтирамға лайыҡлы/. Йəмғиəттə/ тасуири уҡыу  һəм һɵйлəʏ ҙə/ ʏҙенəн-ʏҙе/ барлыҡҡа килмəгəн бит. / Лəкин  тормош /бер урында туҡталып тормай.  Бына шундай уй-кисерештəр  мине «Бɵгɵнгɵ заман шарттарында/  дəрестə һəм кластан тыш сараларҙа/  уҡыусыларҙың /тасуири уҡыу һəлəттəрен ʏҫтереʏ  алымдары » тигəн/  теманы   һайларға/ булышлыҡ итте.//

Был тема буйынса 3 йыл эшлəйем.Теманы мин бик актуаль тип иҫəплəйем.

                       Методика ɵлкəһендə/   рус ғалимдары/  Антон Макаренко, /Константин Ушинский/, Станиславский,/ Кубасова /һəм башҡаларҙың  эштəре /  иғтибарҙы йəлеп итə,/ шулай уҡ башҡорт əҙиптəре  Тɵхфəт Аслаевтың/ , М.Х.Иҙелбаевтың, /, М.Ғ.Ғималованың    фəнни хеҙмəттəре / минең ɵсɵн бик ҡиммəт.

                 Ғалим-методистар фекеренсə, / шиғырҙы матур итеп уҡыр ɵсɵн/ тасуири уҡыу техникаһына /нигеҙлəнеʏ мотлаҡ.//

         Тасуири уҡыу техникаһы/ 3 ɵлɵштəн тора:/Һулыш,/ тауыш, /дикция.//

     Ɵлгɵлɵ  уҡыу ɵсɵн/ иң тəʏҙə/ дɵрɵҫ тын алырға ɵйрəнергə кəрəк.//Һулыш/ 3 этаптан тора: /тын алыу,/ уны сығарыу/ һəм  пауза (ял итеʏ)./

Уҡығанда/ дɵрɵҫ һулыш алыуға ирешеʏ ɵсɵн/ махсус кʏнегеʏҙəр  ʏткəреʏ/ талап ителə.

  1. Мəҡəлдəрҙе /ɵлɵшлəп уҡыу.//

2.Шиғыр юлдарын/ бер тын менəн уҡыу.//

  3. Шиғыр строфаһын / бер тын менəн уҡыу//

  4.Проза тексын /һɵйлəп уҡыу//

  • ʏнекмəһе.//

  • ʏҙ   алдына  килтерəбеҙ:/ беҙҙең алда /3 шəм янып тора. //Уларҙы /сиратлап /һʏндерергə кəрəк./ Бының  ɵсɵн /башта тын алабыҙ,/ шунан /тынды  кире сығарабыҙ./ Шул рəʏешле /3 тапҡыр ҡабатлана.//

  • ɵрɵҫ  һулыш  алыуға  ирешеʏ   ɵсɵн /«Шарҙар» менəн эшлəʏ алымы/  бик отошло.//

 

Тауыш

               Əҙəби əҫəрҙең/ бɵтə мəғəнə тɵҫмɵрɵ,/ биҙəге һəм матурлығы/ тыңлаусыға тауыш аша еткерелə. / Уҡыуҙың сифатын/ тауыштың  кɵсɵ,/ диапазоны/ (юғарылығы, тʏб­əн йəки уртасалығы), тиҙлеге/ һəм тембры билдəлəй./ Улар / туранан-тура/ тауыш аша бойомға ашырыла: /тауыштың кɵсɵ, /уның яңғырауыҡлығы /телмəр аппаратының/ һəм һулыш органдарының /эшмəкəрлегенə бəйлəнгəн.//

          Тауыштың сифатын билдəлəгəн  элементтарҙың һəр береһенə ҡарата/ махсус кʏнегеʏҙəр / ʏткəрергə  кəрəк.//

       1.Һуҙынҡыларҙы  асыҡ əйтеʏ

       2.Резонаторҙарҙың  эшен билдəлəʏ

Резонаторҙарҙың  эшен билдəлəʏ ɵсɵн һəр бер ɵндɵ айырым əйттереп ҡарарға кəрəк. Мəҫəлəн м-ң-ɵ-/ж-с-р. М һəм н ɵндəрен əйткəндə, ирендəрҙə дерелдəʏ барлыҡҡа килə, ң, ɵ ɵндəрен  əйткəнд­ə /тештəр һəм ирендəр аша/ ɵндɵң  сығыуы  тойолорға тейеш.

3.Тауыштың кɵсɵн һəм урындарын билдəлəп, əҫəрҙəр  уҡыу

Ҡыуанышып балалар-                      тауышты кɵсəйтеʏ

Урындарына ятты,-                            ғəҙəттəге тауыш

Улар менəн бесəй ҙ­ə-                          тауышты кɵсəйтеберəк

Йоҡларға  ятҡан булды-                    аҡрыныраҡ

Мырылдауҙан  туҡталып,-                бик аҡрын

Юрый  кʏҙҙəрен  йомдо,-                      аҡрын

Ɵйҙəгелəр йоҡланы,-                         бышылдап

Шаулап йɵрɵʏсе бɵттɵ-                    бик аҡрын

                                                      Ғ.Сəлəм.

Башҡорт теле һəм əҙəбиəт е дəрестəренд­ə/   уҡыусыларҙың/  тауыш кɵсɵн / дɵрɵҫ билдəлəр  ɵсɵн  бындай кʏнегеʏҙе йыш    ʏткəрəм./

          Телмəр    культураһы   элементтарының    береһе   булып    дикция һанала.

Дикция  -   айырым ɵндəрҙең / асыҡ һəм дɵрɵҫ əйтелеше.  Ул   телмəрҙең аңлайышлылығын / һəм таҙалығын /тəшкил итə./Бындай телмəр/  артикуляцион аппараттың, йəғни/ тел, ирендəр, тамаҡ тɵбɵ/ һəм тештəрҙең /дɵрɵҫ һəм актив эшлəʏҙəренə бəйлəнгəн./

                                                            Артикуляцион гимнастика

  1. Һуҙынҡы ɵндəрҙе əйтеп  ɵйрəнеʏ

  2. Тартынҡыларҙы   əйтеп    ɵйрəнеʏ

  3. Һуҙынҡы   ɵндəрҙе   берəй тартынҡы менəн ҡушып əйтеʏ һəм башҡалар.

 

Уҡыусыларҙы тасуири  уҡырға ɵйрəтеʏ маҡсатында/ интонация ла/ ҙур роль уйнай./

 

                                                      Интонация һəм уның компоненттары

Тауышта   тɵрлɵ кисереште,  телəкте    мɵнəсəбəтте   белдерергə    ынтылыш хəрəкəте    интонация тип атала. Ул – тасуири уҡыу сараларының    бɵтəһен дə  бергə туплар ʏҙəк .Интонация  телмəрҙең кɵсɵн, динамикаһын, тауыштың йʏнəлешен  бейеклеген,тиҙлеген, оҙонлоғон , яңғырау  характерын  билдəлəй.

 Бɵгɵнгɵ  заман   шарттарында   дəрестə    һəм  кластан  тыш  сараларҙа   тасуири уҡыу  һəлəттəрен  ʏҫтереʏ  маҡсаты менəн тʏбəндəге  алымдарҙы  ҡулланам.

 1. Ɵлгɵ  нигеҙендə  тасуири  уҡырға  ɵйрəтеʏ.

 Был алымды ҡулланғанда, əлбиттə, уҡытыусының  ɵлгɵлɵ уҡыуы тора.  Шулай  уҡ  Мəғариф министрлығы тəҡдим иткəн  аудиокассеталарҙы  ҡулланыу, шағирҙарҙың ʏҙ  тауыштарын  тыңлау  дəресте тағы ла йəнлəндереп ебəрə.  Башҡорт теле һəм əҙəбиəт дəрестəрендə электрон дəреслектəрҙе урынлы ҡулланыу  уҡыуҙың  сифатын кʏтəреʏҙə ҙур роль уйнай. Һеҙҙең иғтибарға дəрестəн   ɵҙɵк  тыңларға тəҡдим итəм.

2. Сағыштырып  уҡыу.

 3. Телдəн  һʏрəтлəʏ - тасуири  уҡыуға   əҙерлек

4. Əңгəмə ʏткəреʏ

5.Хор менəн  уҡыу

6. Тексты  ролдəргə  бʏлеп уҡыу

7. Яңғыҙ уҡыу

8 Йырлап уҡыу

9. Сəхнəлəштереп, ролдәргә бүлеп  уҡыу

10. Балаларың  уҡығанын    аудиоға, видеоға  яҙҙырып тыңлатып, хаталарын төҙәттереʏ

 Һеҙҙең  иғтибарға уҡыусымдың сығышын тəҡдим итəм.

Видеояҙма

Ишетеʏегеҙсə, уҡыусым  башҡорт ɵндəрен əйтеʏҙə хаталар ебəрҙе.Беҙ был видеояҙманы һуңынан ҡарап, бергəлəп хаталарын тɵҙəтəбеҙ.

       Аудиояҙма-был яҙма уҡыусының телмəр хаталарын тɵҙəткəндəн һуң яҙҙырылған сығышы.

           Федераль дəʏлəт  белем биреʏ  стандарттарына  ярашлы ʏткəрелгəн дəрестəрҙə лə  уҡыусыларҙы тасуири  уҡырға ɵйрəтеʏ  һыҙыҡ ɵҫтɵнə алына.

21 быуат мəғлʏмəти технологиялар ʏҫешкəн заман. Рəсəйҙə  лə, Башҡортостанда ла һəр тыуған йыл ниндəйҙер исем аҫтында  ʏтə.

Быйыл кино йылы.Уҡыусыларыбыҙ менəн бергə телмəр ʏҫтереʏҙə  ошондай видеояҙмалар ҡулланып, ʏҙебеҙ ҙə һиҙмəйенсə кино йылына ʏҙ ɵлɵшɵбɵҙҙɵ  индерəбеҙ

Шулай  уҡ  кластан  тыш  сараларҙа ла  уҡыусыларым  конкурстан  ситтə ҡалмайҙар.

       Район, республика  кимəленд­ə ʏткəрелгəн «Урал батыр» эпосы буйынса йəш сəсəндəрҙең  бəйгеһендə лə уҡыусыларым призлы урындарҙы яулай.  Эпосты  сəхнəлəштереʏҙə   ата-əсəлəр ҙə ситтə ҡалмайҙар. Һеҙҙең иғтибарға 8-се класс уҡыусыһы Нəғимова Айһылыуҙың  сығышын тəҡдим итə­м.

                  Видеояҙма  (Бер уҡыусының сығышы)

Шулай итеп, дəрестə һəм кластан тыш сараларҙа заманса технологиялар мен0н алымдарҙы  ҡулланыу балаларҙың  телмəр байлығын ижадҡа ынтылыш ʏҫтерə, һɵҙɵмтəле мɵмкинселектəр бирə,башҡорт теленə ҡарата ҡыҙыҡһыныу тойғоһон уята,белем сифатын арттыра.

Эшлəʏ  дəʏеремдə  хеҙмəттəштəрем  менəн  тəжрибə  уртаҡлашам. Районда  ʏткəн   методик берлəшмə ултырышында  сығыш яһайым.Урындағы мəктəптəр, Туймазы педагогик колледжы, Башҡортостан радиоһы Юлдаш каналы  менəн даими бəйлəнештə торам.Кɵткəн һɵҙɵмтəлəр  ʏҙ емешен бирə.

Мəктəптə  матур  һɵйлəʏ  телмəрен ʏҙлəштергəн уҡыусыларым юғарыла əйтеп киткəн радио каналында эшлəй.

              Ошо балалар    тормошта ʏҙ урындарын табып, кем генə булып, ҡайҙа ғына эшлəһəлəр ҙə  башҡорт телендə дɵрɵҫ һəм   матур итеп һɵйлəшəлəр икəн, тимəк мин маҡсатыма ирештем тип  əйтə алам.

bottom of page