top of page

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (7 класс)

 

 

  1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.

Ҙур -килә -

Бейек –йүгерә -

Оҙон –юғары -

Эҫе -ҡаты -

 

​ 

  1. “Ҡыш”  темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.

 

 

  1. Ике мәҡәл яҙығыҙ.

 

  1. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем. Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан. Айрат 7-се класта уҡый.

 

2. Шиғыр нисек атала? Авторын яҙығыҙ.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм –

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

 

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә…

 

3. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.

М.Кәрим                                 “Башҡорт теле”

З.Биишева                              “Көҙҙәр еткәс”

К.Кинйәбулатова                     “Уҡытыусыма”

 

4. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.

Ҡарға –

Күгәрсен –

Һандуғас –

Кәкүк -

5.Тейешле сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.

Аҡбур аҡ, ә күмер …

Лимон әсе, ә бал …

Йәй көнө көндәр йылы, ә ҡыш көнө …

Тейен бәләкәй, ә айыу …

 

                 6. Тән ағзаларының атамаларын яҙығыҙ.

 

                 7.Исемдәргә ялғау ҡушылғанда хата ебәрелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.

               Йодоҙҙар, болоттар, уйынсыҡлар, баҡсалар;

               Клоундар, тауҙар, ҡуянлар, уттар.

 

                8.Башҡортостан Республикаһындағы 5 йылға  исемен яҙырға

 

                 9.Башҡортостан Республикаһының флагы ниндәй төҫтәрҙә һәм төҫтәр ниндәй тәртиптә  (последовательности)  урынлашҡан?

 

                 10.Рауил Бикбаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?                 Уның ике әҫәренең атамаһын яҙығыҙ.

 

               11.Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең аңлатмаһын яҙығыҙ.

Бүрәнә аша бүре күреү –

Кәкре ҡайынға терәтеү –

Башы күккә тейеү -

 

           12.“Чехов Башҡортостанда” картинаһының авторы кем

                     13. Һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙығыҙ.

Алма, ҡыуаҡ, ялан, йылға, буран, ел,, һыуыҡ, көҙ, төтөн

 

                    14.Мәғәнәләре буйынса ҡушма һүҙҙәр табып яҙығыҙ.

                     Алма бирә торған ағас.  …

                      Күлдә йәшәүсе аҡ төҫтәге күсмә ҡош. ….

                     Өҫтәлгә япма. ….

 

                      15.Хәбәр, һорау, өндәүһөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.

 

                       16.Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.

  1. Эш оҫтанан …

  2. Күл тамсынан …

  3. Аҙ һөйлә, күп …

 

                       17. 2018 йылдың 12 декабрендә ҡайһы яҙыусының тыуған көнө булды? Нисә йәш тулды һәм уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

 

                        18.“Чехов Башҡортостанда” картинаһының авторы кем?

 

                         19.Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.

                Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.

                Башҡортостандағы иң ҙур күл – Асылыкүл.

                Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.

 

                 20.Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.

           21.Яңы йыл менән ҡотлап, класташығыҙҙың электрон почтаһына ебәреү өсөн ҡотлау хаты яҙығыҙ.

 

                  22.Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

               23.Түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә сифат     булып килгән һүҙҙәр аҫтына тулҡынлы, рәүештәр  аҫтына  бер һыҙыҡ һыҙығыҙ.

Яҡшы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, матур сәскә, яҡшы китап, тырышып эшләй, тырыш уҡыусы, аҡ ҡағыҙ, матур йырлай.​24.Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.

Мин ҡышты яратам…

Һин ҡышты …

Ул ҡышты…

Беҙ ҡышты …

Һеҙ ҡышты …

Улар ҡышты …

 

               25.Үҙегеҙҙең ҡасан, ҡайҙа тыуғанығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, олатай-өләсәйегеҙҙең исемен яҙығыҙ.

 

                26.“Кем өсөн?” шиғырының авторын яҙығыҙ.

                27.Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ:

Р.Бикбаев –

М.Аҡмулла –

 

28. 2018 йылдың 12 декабрендә ҡайһы яҙыусының тыуған көнө булды? Нисә йәш тулды һәм уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?.

29. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?

 30.Һүҙҙәрҙе тәржемә итеп яҙығыҙ.

Ватан, дуҫлыҡ, шөғөлләнәм, һөнәр, теләк, берҙәмлек, сер, хазина, уйлайым, тасуири уҡыу.

 

                    31.Шатланыу һүҙенең синонимын яҙығыҙ.

 

  32.Ҡышҡы каникулдар етеп килә. Иптәшегеҙҙән ҡайҙа ял итеүен һәм нимәләр эшләүе тураһында белеү өсөн һорауҙар яҙығыҙ.

 

    33.Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.

Мин алыҫ сәйәхәттән ҡайтып киләм.

 

     34.Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

 

        35.Күренекле шәхестәр исемлеге араһынан һәр төркөмгә тура килгән исемдәрҙе һайлап алып яҙығыҙ.

Тимер Йосопов, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рәми Ғарипов, Муса Гәрәев, Әхмәт Лутфуллин, Роберт Заһретдинов, Шайморатов Генерал, Арыҫлан Мөбәрәков,Даян Мурзин, Ноғман Мусин, Александр Филиппов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Светлана Арғынбаева, Владислав Меос, Абдулхаҡ Игебаев, Илдар Абдразаҡов,Ҡәҙим Аралбаев, Сергей Аксаков.

Яҙыусылар –

Сәнғәт оҫталары –

Рәссамдар –

Батырҙар –

 

        36.Башҡортостандағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың бер   әҫәренең исемен яҙығыҙ.

 

        37.“Ҡайын япрағы тураһында” шиғырының авторы кем? Шиғыр нимә тураһында? Яҙығыҙ.

 

           38.(С.Юлаев) шиғыры нисек атала?

Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым –

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

 

          39.Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?  Һеҙ ниндәй сараларҙа ҡатн

 

                     Туған  тел  һәм  әҙәбиәттән  һорауҙар.

  1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар? Яҙығыҙ.

  2. Һүҙҙәрҙе төбәү килешкә ҡуйып яҙығыҙ.

Класс, артист, лагерь, повесть, поезд, металл.

               3.Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.

Декабрь, ҡыш, каникул, уҡыусы, Яңы йыл, байрам.

         4.Бер тамырҙан яҙылған һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.

            5.“Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы кем? Автор тураһында ҡыҫҡаса   белешмә яҙығыҙ.

             6.Әҫәрҙә алтын йыйыусыларҙың тормошон кәүҙәләндереү, унда төп геройҙар булып,  Ғайзулла, уның атаһы Хәйретдин ҡарт , Хажисолтан бай булған романдың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

                      7.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ:

Әҙәбиәт –

Тормош –

Берҙәмлек –

Ватандаш –

Дуҫлыҡ –

Тоғролоҡ –

                         8. Ике мәҡәл  яҙығыҙ.

 

8  класс  өсөн  һорауҙар

  1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?

  2. Нимә ул  ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.

  3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.

Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.

  1. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.

  2. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.

  3. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?

  4.  “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.

  5.  Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында француздар башҡорт яугирҙәрен нисек атайҙар?

  6. Башҡортостан  Республикаһының  Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.

9  класс  өсөн  һорауҙар 

  1. Нимә ул  һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе?

  2. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.

  3. Сифат һүҙ төркөмөнә аңлатма бирегеҙ.  Йылы  сифатын барлыҡ дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.

  4. Һөйләмдәр ниндәй киҫәктәрҙән тора? Миҫалдар яҙып аңлатығыҙ.

  5. Һөйләмдә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:

Артабан улБеүә ТаныпӘтәр Төй кеүек йылғаларҙы артта ҡалдырыпИрән буйҙарына килеп сыҡты. (К.Мәргән)

                6.Нимә ул текст?

         7.Ғ.Хөсәйеновтың  кейек-хайуандарға, аттарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү  темаһы күтәрелгән әҫәре нисек атала?

        8. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен  билдәләге

    “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналарының авторын яҙығыҙ.

         9. Хәл итеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һүрәтләнеп, геройҙарҙың характеры фажиғәле хәлдәрҙә, һәләкәткә илтә торған тиңһеҙ көрәштә асылған драматик әҙәби әҫәр жанры нисек атала?

 

10  класс  өсөн  һорауҙар  

 

  1. Башҡорт  теле тураһындағы фәндең ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ?

  2. Ялғауҙар нисә төргә бүленә? Һәр төрөнә миҫалдар яҙығыҙ.

  3. Һүҙбәйләнеш төрҙәрен атап күрһәтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ.

  4. Ябай һөйләм ҡушма һөйләмдән ни яғы менән айырыла?

  5. Редукция тип ниндәй тел күренешен атайҙар? Миҫалдар килтерегеҙ.

  6. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ

  7. Салауат Юлаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

  8. М.Ғафуриҙең ниндәй әҫәрендә үткән тормоштоң фажиғәле картиналары, дин әһелдәренең йәштәр яҙмышын хәл итеүе һүрәтләнә?

  9. Башҡортостандың ете мөхжизәһен һанап сығығыҙ.

  10. “Башҡорт бабаларының тарихы” әҫәренең авторын билдәләгеҙ:

 

 

11 класс

  1. Орфоэпия, орфография  нимә өйрәнә?

  2. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Уларҙы һорауҙары менән бергә яҙығыҙ һәм бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.

  3. Ниндәй һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр тип атала? Миҫалдар яҙығыҙ.

  4. Тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында , аҙағында килгән осраҡтарға берәр миҫал яҙығыҙ.

  5. Әгәр рус һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең әйтелеше еңелләштереү өсөн  һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул һүҙ нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.

  6.  Составында һандар  булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.

  7. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған халыҡ   яҙыусыһының исемен атағыҙ.    

  8. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.

 10. М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ендә бишенсе ҡиммәт нәмә нимә тигән?

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ЯУАПТАР

                                          7–Р -2018

  1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар? Яҙығыҙ.

  2. Һүҙҙәрҙе төбәү килешкә ҡуйып яҙығыҙ.

Класҡа, артисҡа, лагерға, повесҡа, поезға, металға.

  1. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.

Декабрь, ҡыш, каникул, уҡыусы, Яңы йыл, байрам.

  1. Бер тамырҙан яҙылған һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.

Тамырҙаш һүҙҙәр.

  1. “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы кем? Автор тураһында ҡыҫҡаса яҙығыҙ.

  2. Әҫәрҙә алтын йыйыусыларҙың тормошон кәүҙәләндереү, унда төп геройҙар булып,  Ғайзулла, уның атаһы Хәйретдин ҡарт , Хажисолтан бай булған романдың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

  3. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ:

Әҙәбиәт – литература

Тормош – жизнь

Берҙәмлек – единство

Ватандаш – соотечественник

Дуҫлыҡ –дружба

Тоғролоҡ –верность

  1. Ике мәҡәл  яҙығыҙ.

 

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән

олимпиада һорауҙары

8 –Р - 2018

  1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?

  2. Нимә ул  ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.

  3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.

      Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.

  1. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.

  2. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.

“Эйәрләнгән ат”

  1. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?

Тарихи йырҙар “”Урал”, “Эскадрон”, “Любизар” һ.б.,

баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһында “”Буранбай”, “Бейеш”,

түрәләр тураһында “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”,

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы “Зөлхизә”, “Ғилмияза”, “Таштуғай” һ.б.

  1. “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.

  2. . Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында француздар башҡорт яугирҙәрен нисек атайҙар?

“Төньяҡ амурҙары”

9. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.

Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев;

Фәрит Иҙрисов.

 

 

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән

олимпиада һорауҙары

 

9–Р - 2018

  1. Нимә ул  һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе?

Лексик мәғәнә тип һүҙҙең ниндәй ҙә булһа предметты, күренеште аңлатыуын әйтәләр.

Һүҙҙең грамматик мәғәнәһе була. Мәҫәлән: ат – исем, уртаҡлыҡ исем, берлектә, төп килештә.

  1. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.

  2. Сифат һүҙ төркөмөнә аңлатма бирегеҙ. Йылы сифатын барлыҡ дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.

  3. Һөйләмдәр ниндәй киҫәктәрҙән тора? Миҫалдар яҙып аңлатығыҙ.

  4. Һөйләмдә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:

Артабан улБеүә, Танып,Әтәр, Төй кеүек йылғаларҙы артта ҡалдырып,Ирән буйҙарына килеп сыҡты. (К.Мәргән)

  1. Нимә ул текст?

  2. Ғ.Хөсәйеновтың  кейек-хайуандарға, аттарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү  темаһы күтәрелгән әҫәре нисек атала?

“Һуңғы тарпан”

  1.  Уҡтар ярҙамында яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен күрһәтеге

  2. “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналарының авторын яҙығыҙ.

  3. Хәл итеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һүрәтләнеп, геройҙарҙың характеры фажиғәле хәлдәрҙә, һәләкәткә илтә торған тиңһеҙ көрәштә асылған драматик әҙәби әҫәр жанры нисек атала?

 

 

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән

олимпиада һорауҙары

 

10–Р - 2018

  1. Башҡорт  теле тураһындағы фәндең ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ?

  1. Лексика йәки лексикология;

  2. Фонетика;

  3. Орофэпия;

  4. Графика һәм орфография;

  5. Һүҙьяһалыш;

  6. Морфология;

  7. Синтаксис.

    1. Ялғауҙар нисә төргә бүленә? Һәр төрөнә миҫалдар яҙығыҙ.

1) яһаусы ялғау;

2) үҙгәртеүсе ялғау.

  1. Һүҙбәйләнеш төрҙәрен атап күрһәтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ.

  1. Башҡарылыу;

  2. Йәнәшәлек;

  3. Һөйкәлеү;

  4. Ярашыу.

4. Ябай һөйләм ҡушма һөйләмдән ни яғы менән айырыла?

  1. Редукция тип ниндәй тел күренешен атайҙар? Миҫалдар килтерегеҙ.

Һүҙҙәрҙе әйткәндә һуҙынҡы өндәрҙең ҡыҫҡарыуы йәки бөтөнләй төшөп ҡалыу осраҡтары. Йомошаҡ –(йомшаҡ) халыҡ-халҡы

  1. Уҡтар ярҙамында яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен күр

  2. Салауат Юлаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

“Һандуғас”, “Тирмәмдә”, “Тыуған илем”, “Зөләйха”.

  1. М.Ғафуриҙең ниндәй әҫәрендә үткән тормоштоң фажиғәле картиналары, дин әһелдәренең йәштәр яҙмышын хәл итеүе һүрәтләнә?

“Ҡара йөҙҙәр”

  1. Башҡортостандың ете мөхжизәһен һанап сығығыҙ.

Ҡурай, башҡорт балы, С.Юлаев һәйкәле, Шүлгәнташ, Красноусол минераль сығанаҡтары, Янғантау, “Урал батыр” ҡобайыры.

10.“Башҡорт бабаларының тарихы” әҫәренең авторын билдәләгеҙ:

  •   Тамъяни

 

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән

олимпиада һорауҙары

11–Р - 2018

  1. Орфоэпия, орфография  нимә өйрәнә?

  2. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Уларҙы һорауҙары менән бергә яҙығыҙ һәм бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.

  3. Ниндәй һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр тип атала? Миҫалдар яҙығыҙ.

Ысынбарлыҡта булған күренештәрҙең юғалыуына бәйле ҡулланыуҙан төшөп ҡалған һүҙҙәр тәшкил итә.

  1. Тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында , аҙағында килгән осраҡтарға берәр миҫал яҙығыҙ.

  2. Әгәр рус һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең әйтелеше еңелләштереү өсөн  һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул һүҙ нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.

Протеза. Эскәмйә, эшләпә.

  1.  Составында һандар  булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.

  2. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған  халыҡ   яҙыусыһының исемен атағыҙ.    

Ғайса Хөсәйенов

  1. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.

         Трилогияның исеме “Яҡтыға” тип атала. Романдары: “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш”.

  1.  Картиналарҙың авторҙарын уҡтар ярҙамында күрһәтегеҙ.                             Салауатты ҡулға алыу”           А.Лежнев                        

“Салауаттан һорау алыу”Р.Нурмөхәмәтов

“Шәриғәт ҡорбандары”А.Кузнецов

10. М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ендә бишенсе ҡиммәт нәмә нимә тигән?

          әҙәп

Вариант I

1-се өлөш

 

Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ.

 

Ватаным

(1) Ватаным минең йөрәгемдә ниндәй ҙә булһа айырым өлөштәре менән түгел, ә үҙенең бөтә киңлектәре, төҫ-буяуҙары, бөтә дәүерҙәре, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәй. (2)Ватанды өлөштәргә, киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкинме һуң?

(3)Тауҙарҙағы йәшен йәшнәүе лә, сабый бала көлөүе лә, далалағы яңғыҙ убала, республикам өҫтөндә елберләгән өс төҫлө байраҡ та – улар бөтәһе лә минең  Ватаным.

(4)Ватаным тиһәк, ергә уны үҙҙәренең эш-фекере менән биҙәү өсөн килгән, был донъяла әллә күпме байлыҡтар ҡалдырып киткән ата-бабаларыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. (5)Ватан тиһәк, беҙ хәтер, мөхәббәт һәм хыялды аңлайбыҙ.

(6)Уның үткәндәре менән ғорурланам, хәсрәтләнәм дә мин, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында тулҡынланып уйлайым. (М.Кәримдән)

 

 

1

      Текста   булған мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул  һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

 (1) Ватаным минең йөрәгемдә ниндәй ҙә булһа айырым өлөштәре менән түгел, ә үҙенең бөтә киңлектәре, төҫ-буяуҙары, бөтә дәүерҙәре, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәй.

(2) Ватанды өлөштәргә, киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкинме һуң?

(5) Ватан тиһәк, беҙ хәтер, мөхәббәт һәм хыялды аңлайбыҙ.

(6) Уның үткәндәре менән ғорурланам, хәсрәтләнәм дә мин, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында тулҡынланып уйлайым.

Яуап:

 

 

2

    6-сы  һөйләмдә ниндәй һөйләм  киҫәге тиң булып килә? Яуапты яҙығыҙ.

 Яуап:

______________________________________

 

3

 

  1, 4 һөйләмдәрҙән антонимдарҙы табып яҙығыҙ.

Яуап:

______________________________________

 

4

    

Предметтың эш-хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр нисек атала?

 

1) исем;

2) сифат;

3) рәүеш;

4) ҡылым

 

Яуап:

 

 

5

Төшөм килештә генә яҙылғанһүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:

 

1) китап, дәрслек, урман, күл;

2) тауҙа, уҡыусыла, дуҫымда, ҡоштарҙа;

3) өҫтәлде, уҡытыусыны, ҡәләмде, сәскәне;

4) бүлмәнән, бүләктән, шағирҙан, умартасынан.

Яуап:

 

 

 

 

6

  •  һүҙенең синонимын билдәләгеҙ:

1) борсолоу;

2) ҡыуаныу;

3) аптырау;

4) асыуланыу.

Яуап:

 

 

7

  Ҡайһы юлда һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылмаған?

1) малайҙар, уҡыусылар;

2) көндәр, урмандар;

3) таулар, яланлар;

 4)  өҫтәлдәр, китаптар.

 

Яуап:

 

 

8

  Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр  бирелгән юлды билдәләгеҙ.

  1. баҡсасы, ауылдаш, күҙлек;

  2. ҡурайҙы, яланда, күлдең;

  3. алмаҡсы, еләкте, башҡа;

  4. исемем, йондоҙҙар, егеттең

 

Яуап:

 

 

9

 Хаталы һөйләмде билдәләгеҙ.

1) Мин йәйҙе яратам;

2) Мин йәй көнө һыу инәм.

3) Мин тырышып уҡыйым.

4) Мин әсәйемде ярҙамлашам.

Яуап:

 

 

 

 

 

10

 

С самого утра идет мелкий дождь. Һөйләменең дөрөҫ тәржемәһен билдәләгеҙ:

1) Иртә таңдан ваҡ ямғыр яуа;

2) Ямғыр ваҡиртә таңдан яуа;

3) Иртә таңдан яуа ваҡ ямғыр;

4) Яуа иртән таңдан ваҡ ямғыр.

Яуап:

 

 

11

     Яҡшы уҡый   һүҙбәйләнешендә яҡшы һүҙе ниндәй һүҙ төркөмө булып килә? Яуабын яҙығыҙ.

Яуап:

______________________________________

 

12

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:

Һөйләмдәр

Хәреф

Эйәрсән һөйләм төрҙәре

1.

Үҙегеҙҙең тирә-яғығыҙҙағы  тәбиғәтен күҙәтегеҙ, өйрәнегеҙ һәм һаҡлағыҙ!

А

Хәбәр һөйләм

2.

Беҙҙең Тыуған илебеҙҙең тәбиғәте бик матур

Б

Һорау һөйләм

3.

Ватанды өлөштәргә, киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкинме һуң?

В

Өндәү һөйләм

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.

Яуап:

А

Б

В

 

 

 

 

13

 

“Мин һинән кәңәш һорайым (Я.Хамматов) һөйләмендәге кәңәш һүҙе һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?

1) эйә;

2) тултырыусы;

3) хәл;

4) аныҡлаусы.

 

Яуап:

 

 

 

14

 

1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.

       Грамматик хаталар                             Һөйләмдәр

А

Теркәүес алдынан өтөр ҡуйылмаған

1

Ҡурай үҫә ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында.

Б

һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған

2

Тауҙар яландар йылғалар күлдәр бөтәһе лә бер көн эсендә ап-аҡ ҡар менән ҡапланды.

В

тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата

3

Мәшәҡәте күп ләкин файҙаһы ла ҙур

                                                        

 

 

                                                                        

 

                                                                Вариант II

                                                              1-се өлөш

 

Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ.

 

                                                                  Йәй

 

            (1) Көтөп алынған йылы ла, йәмле лә йәй етте. (2) Ана, йылға буйҙары сыр-сыу килеп һыу инеүсе бала-сағалар тауышынан гөрләп тора. (3) Йөҙәләр, сумалар, һыу сәсрәтешеп уйнайҙар. (4) Эй күңелле!

            (5) Болондар хәҙер йәйғор төҫтәре менән балҡый. (6) Күпме ал, ҡыҙыл, һары, зәңгәр сәскәләр! (7) Бихисап. (8) Ана быуынлы үлән башҡаларҙан ҡалҡыбыраҡ ултыра. (9) Зәп-зәңгәр сәскәһе ниндәй күркәм, зәңгәр күҙҙәр һымаҡ. (10) Уларға эйәреп үҫкән меңсәскә лә, иғтибар менән ҡараһаң, ғәжәп матур икән. (11) Гөлләмәне биҙәп торасаҡ. (12) Клеверҙар, кәрешкәләр, суҡмарбаштар, аҡ, күк, ҡыңғырау сәскәләр һәм үләндәр, сәскә атып, болонға һәр ҡайһыһы үҙенсә йәм бирәләр, хуш еҫтәр аңҡыталар. (13) Был хозурлыҡҡа күңел ҡыуана, саф һауаһын һулаған һайын һулағы килә.

(14) Ә урмандар йәшел диңгеҙме ни! (15) Бары йүкәләргә генә аҙ-маҙ ҡар яуған. (16) Эйе, сәскә атҡан улар. (17) Үҙҙәренән ниндәй татлы еҫе аңҡый.  (18) Тирә-яҡтарында бал ҡорттары бызылдап осоп йөрөй.

 

1

      Текста   булған мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул  һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

(1) Көтөп алынған йылы ла, йәмле лә йәй етте.

(3) Йөҙәләр, сумалар, һыу сәсрәтешеп уйнайҙар.

(5) Болондар хәҙер йәйғор төҫтәре менән балҡый.

(9) Зәп-зәңгәр сәскәһе ниндәй күркәм, зәңгәр күҙҙәр һымаҡ.

(15) Бары йүкәләргә генә аҙ-маҙ ҡар яуған.

Яуап:

 

 

2

6- сы  һөйләмдә ниндәй һөйләм  киҫәге тиң булып килә? Яуапты яҙығыҙ.

 Яуап:

______________________________________

 

3

 

  9, 10-сы һөйләмдәрҙән  синонимдарҙы табып яҙығыҙ.

Яуап:

______________________________________

 

4

1) исем;

2) сифат;

3) рәүеш;

4) ҡылым

Яуап:

 

 

5

1) китап, дәрслек, урман, күл;

2) тауҙа, уҡыусыла, дуҫымда, ҡоштарҙа;

3) өҫтәлдең, уҡытыусының, ҡәләмдең, сәскәнең;

4) бүлмәнән, бүләктән, шағирҙан, умартасынан.

 

 

6

Ҡайһы юлда һүҙенең синонимы бирелгән?

1) ҡурҡаҡ;

2) аҡыллы;

3) батыр;

4) теләк.

Яуап:

 

7

 

  Составында тик ҡалын һуҙынҡылар булған һүҙҙе күрһәтегеҙ:

1) эшләйәсәк;

2) барасаҡ;

3) түҙәсәк;

4)  киләсәк.

 

Яуап:

 

 

8

  Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр  бирелгән юлды билдәләгеҙ.

  1. башла, эштә, эштәр;

  2. китә, килде, килер;

  3. ҡоролош, боролош, төҙөлөш;

  4. елдәр, елгә, елдә.

 

Яуап:

 

 

9

 Хатаһыҙ һөйләмде билдәләгеҙ.

1) Көн һайын тыуған яғымдың матурлығына һоҡланам;

2) Көн һайын матурлығына һоҡланам тыуған яғымдың;

3) Тыуған яғымдың матурлығына һоҡланам көн һайын;

Яуап:

 

 

 

 

 

 

 

 

 

10

 

Я стою на вершине высокой горы. Һөйләменең дөрөҫ тәржемәһен билдәләгеҙ:

1) Бейек тау башында торам мин;

2) Мин торам бейек тау башында;

3) Мин бейек тау башында торам;

4) Тау башында мин бейек торам.

 Яуап:

 

 

11

     Айыу майы һөртөү  һүҙҙәрен мәғәнәһе буйынса нисек атап була? Яуабын яҙығыҙ.

  1. омонимдар;

  2. антонимдар;

  3. фразелогизмдар;

  4. синонимдар.

Яуап:

______________________________________

 

12

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:

Һөйләмдәр

Хәреф

Эйәрсән һөйләм төрҙәре

1.

Үҙегеҙҙең тирә-яғығыҙҙағы  тәбиғәтен күҙәтегеҙ, өйрәнегеҙ һәм һаҡлағыҙ!

А

Хәбәр һөйләм

2.

Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында архив материалдары бик аҙ.

Б

Һорау һөйләм

3.

Һеҙ беренсе тапҡыр театрҙа ҡасан булдығыҙ?

В

Өндәү һөйләм

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.

Яуап:

А

Б

В

 

 

 

 

13

Туҡ башаҡтар үҙенән-үҙе үҫмәй.   һөйләмендәге  туҡ һүҙе һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?

1) эйә;

2) тултырыусы;

3) хәл;

4) аныҡлаусы.

 

Яуап:

 

 14

1-се бағаналағы грамматик хаталарға тап килгән һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. 1-се бағаналағы һәр позицияға икенсе бағаналағы позицияны күрһәтегеҙ.

       Грамматик хаталар                             Һөйләмдәр

А

Теркәүес алдынан өтөр ҡуйылмаған

1

Ерҙе ашларға һөрөргә тырматырға кәрәк.

Б

һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе боҙолған

2

Беҙ уның менән ярыштарҙа бергә булдыҡ ләкин ул мине таныманы.

В

тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә хата

3

Баш эйергә тейеш кеше бал ҡорто алдында.

                                                       

Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.

Яуап:

А

Б

В

bottom of page