top of page
  1. Нөктәләр  урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып, тексты күсереп яҙығыҙ.

 

Мәктәп

                                Донъялағы    башҡа   йән   эйәләренән   әҙәм   балаһы   үҙенең   а…ылы  менән  айырыла. (Аҡыл кешеләргә   тәби…әт тарафынан бирел…ән. Уны һаҡларға һәм һәр ва…ыт үҫтерә барырға кәрәк.

Аҡыл төбө — бел…мдә. Аҡылды тәрәнәйтеү һәм ү….тереү өсөн (2)белем кәрәк. Белемле (1)кеше генә үҙ аҡылының көс…н файҙалана ала. «Белемле кеше ю…алмаҫ», «Белеме бар…ың ҡәҙере бар» ти (2)халыҡ.

Белем (1)йорто — (1)мәктәп. Белем хазинаһының тә…ге ишеге (2)мәктәп ишеге менән асыла, белем нуры күңелгә беренсе тапҡыр ҡулға алған (1)к…тап биттәре аша килеп инә. Бе…ҙе уратып ал…ан матур донъяның мауыҡтырғыс сер…әрен аса башлай.

Беренсе китап. Тәүге а…ымдар. (2)Торм…ш юлы һәр кем өсөн ана шунан башлана. Тормошҡа (1)юл бирә торған, кеш…нең аҡылын, зиһенен үҫтерә торған, донъяның бихисап серҙәрен төшөндөрә торған гүзәл (1)хазина — мәктәп.(Кирәй Мәргән.)

 

 

 

 

 Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеп яҙығыҙ:

                                                                                                  

аҡыл, белем, хазина, сер, аҙым, тормош

 

3.Ҡайһы юлда һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылмаған? Дөрөҫ яуапты яҙығыҙ.

 

1) уҡыусылар, өҫтәлдәр;

2) күлдәр, баҫыуҙар;

3) туплар, урманлар;

4)  йылғалар, таҡталар.

 

 

4.Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр нисек атала?

1) исем;

2) сифат;

3) һан;

4) ҡылым

Яуап: ___________________________________________________

 

5. Өтөр билдәһе ҡуйыла торған һөйләмдеөтөр ҡуйып, күсереп яҙығыҙ.

 

1) Ноябрь айында һуң яҡтыра иртә ҡараңғы төшә.

2) Еләк-емеш үҫентеләре ҡышҡа инер алдынан ҙур һанау үтә.

3) Емеш ботаҡтары 40-50 градус һалҡынды ғына ауыр кисерә.

4) Көҙҙән емеш-еләк ағастарының төптәрен серетмә менән күмергә. кәрәк.

Яуап:_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 

6.Ҡыҫҡа, оҙон һүҙҙәрен мәғәнәһе буйынса нисек атап була? Яуабын яҙығыҙ.

  1. омонимдар;

  2. антонимдар;

  3. фразелогизмдар;

  4. синонимдар.

Яуап:____________________________________________________________

 

7.  Яһаусы ялғаулы һүҙҙәр  бирелгән юлды күсереп яҙығыҙ.

  1. бүлмәләр, тышта;

  2. көндә, күҙлек;

  3. умарталыҡ, төҙөлөш;

  4. төштә, мәктәптең.

__________________________________________________________

 

8. Бер үк хәрефтәр төшөп ҡалған рәт һүҙҙәрен билдәләгеҙ. Рәттәге һүҙҙәргә  хәрефтәрҙе ҡуйып, күсереп яҙығыҙ.

 

уҡы…сы, һ…ҡмаҡ, урм…ан;

ғ…илә, ҡат…ҡ, б…ҫыу;

яр…ш, кит…п, ҡ…ғыҙ;

торм…ш, т…рна, ҡ…рот.

 

Яуап:_________________________________________________

_________________________________________________________

 

 

 

 

9.Зимним утром начал падать снег. Һөйләменең дөрөҫ тәржемәһен билдәләгеҙ:

1) Иртә таңдан яуа башланы ҡар;

2) Ҡариртә таңдан яуа;

3) Яуа башланы иртә таңдаң ҡар;

4) Иртә таңдан ҡар яуа башланы.

Яуап:____

 

 

 

 

                   Тексты   күсереп  яҙырға

                Йәй

 

             Көтөп алынған йылы ла, йәмле лә йәй етте. Ана, йылға буйҙары сыр-сыу килеп һыу инеүсе бала-сағалар тауышынан гөрләп тора.  Йөҙәләр, сумалар, һыу сәсрәтешеп уйнайҙар. Эй күңелле!

             Болондар хәҙер йәйғор төҫтәре менән балҡый.  Күпме ал, ҡыҙыл, һары, зәңгәр сәскәләр!  Бихисап.  Ана быуынлы үлән башҡаларҙан ҡалҡыбыраҡ ултыра.  Зәп-зәңгәр сәскәһе ниндәй күркәм, зәңгәр күҙҙәр һымаҡ.  Уларға эйәреп үҫкән меңсәскә лә, иғтибар менән ҡараһаң, ғәжәп матур икән.  Гөлләмәне биҙәп торасаҡ.  Клеверҙар, кәрешкәләр, суҡмарбаштар, аҡ, күк, ҡыңғырау сәскәләр һәм үләндәр, сәскә атып, болонға һәр ҡайһыһы үҙенсә йәм бирәләр, хуш еҫтәр аңҡыталар. Был хозурлыҡҡа күңел ҡыуана, саф һауаһын һулаған һайын һулағы килә.

 Ә урмандар йәшел диңгеҙме ни!  Бары йүкәләргә генә аҙ-маҙ ҡар яуған.  Эйе, сәскә атҡан улар.  Үҙҙәренән ниндәй татлы еҫе аңҡый.   Тирә-яҡтарында бал ҡорттары бызылдап осоп йөрөй.

 

Тексты   күсереп  яҙырға,  беренсе  һөйләмде   һүҙлек  ҡулланып  тәржемә  итергә

Ватаным

             Ватаным минең йөрәгемдә ниндәй ҙә булһа айырым өлөштәре менән түгел, ә үҙенең бөтә киңлектәре, төҫ-буяуҙары, бөтә дәүерҙәре, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәй.Ватанды өлөштәргә, киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкинме һуң?

            Тауҙарҙағы йәшен йәшнәүе лә, сабый бала көлөүе лә, далалағы яңғыҙ убала, республикам өҫтөндә елберләгән өс төҫлө байраҡ та – улар бөтәһе лә минең  Ватаным.

               Ватаным тиһәк, ергә уны үҙҙәренең эш-фекере менән биҙәү өсөн килгән, был донъяла әллә күпме байлыҡтар ҡалдырып киткән ата-бабаларыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ватан тиһәк, беҙ хәтер, мөхәббәт һәм хыялды аңлайбыҙ.

              Уның үткәндәре менән ғорурланам, хәсрәтләнәм дә мин, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында тулҡынланып уйлайым. (М.Кәримдән)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

__________________________

bottom of page