top of page

"Методические рекомендации по подготовке обучающихся к олимпиаде"

Районный семинар учителей родных языков и руководителей школьных методических объединений, г. Туймазы. Мастер-класс на тему: «Методические рекомендации по подготовке обучающихся к олимпиаде по башкирскому языку и литературе»

Яңы уҡыу йылы башланыу менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы алдына мәктәптә үтәсәк олимпиадаға талантлы балаларҙы таба белеү һәм әҙерләү бурысы ҡуйыла.

Мәктәптә еңеүсе тип танылған уҡыусыны муниципаль этапҡа әҙерләүҙе нисек ойоштороп ебәрергә?

Беренсенән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы уҡыу йылы барышында дәрестәрен бик юғары кимәлдә үткәрергә тейеш. Уҡыусылар даими рәүештә һәр теманы аңлап баралар икән- тимәк олимпиада эштәрен еңел генә башҡарып сығалар тигән өмөт бар. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылының беренсе дәресендә үк дәреслек менән таныштырғанда уның авторҙарына иғтибар итәбеҙ. Йыш ҡына был һорау олимпиада эштәренә индередә.

Икенсенән, мин һәр класҡа Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәр таратып сығам. Уҡыусылар өйҙә танышып сығалар, ятлайҙар. Ә инде дәрестә бер эш төрө итеп был материалды алам. Систематик рәүештә эшләй торғас, уларҙың хәтерҙәрендә ҡала, тимәк олимпиадаға әҙерлеккә яҡшы нигеҙ һалына. Был ике этапта бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Сөнки һәр уҡыусы үҙенең тыуып-үҫкән Башҡортстан тураһында белергә тейеш- был заман талабы .

Өсөнсөнән, конкрет уҡыусы менән ныҡлы планлы эш башлана.

- Иң беренсе фонетика , унан һуң лексика, морфология, синтаксис бүлектәрен ҡабатлап сығабыҙ. Шул уҡ ваҡытта параллель рәүештә алдағы уҡыу йылдарының олимпиада эштәрен бергә эшләйбеҙ.

- Мәктәп китапханаһында Башҡортостанда сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ,һүҙлектәрҙе күрһәтеп, аңлы рәүештә ятлатыу ҙа ҙур уңышҡа килтерә.

- Башҡорт дәүләт теленән олимпиадаға әҙерләнгән бала, һис шикһеҙ, Республикабыҙҙың символикаһын яттан белергә тейеш,(Хатта гимндың һүҙҙәрен дә)

- Төрлө текстарҙы тәржемә итеү, бер нисә һөйләмдән торған бәләкәй хикәйәләр яҙа белеү, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эш, бер нисә иншаны яттан белеү бик мөһим.

- Иң төп критерийҙарҙың береһе- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы замандан ҡалмай бөтә мәғлүмәтте, яңылыҡты белеп барырға тейеш.

Ҡайһы бер уҡытыусылар балаға китап йә булмаһа папка тотторалар, йәғни теге йәки был уҡыусы үҙаллы әҙерләнергә тейеш. Был дөрөҫ аҙым түгел тип уйлайым.

Үҙемдең коллегаларым менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һорауарға яуап алыу

1. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы.

2. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары , яҙыусылры.

3. Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары .

4. Башҡортостандың ете мөғжизәһе.

5. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы, нисә һуҙынҡы бар?

6. Башҡорт алфавитында нисә яңғырау , нисә һаңғырау тартынҡы бар?

7. Башҡортостан флагы авторҙары.

8. Башҡортостан гимнының һүҙҙәрен , музыкаһын кем яҙған?

9. Башҡортостан гербы авторы.

10. «Ҡайҙан һин, Матросов” китабының авторы?

11. Башҡортостандың иң ҙур күле нисек атала һәм ниндәй районда урынлашҡан?

12. Башҡортостанда нисә ҡурсаулыҡ бар һәм исемдәрен әйтергә.

13. Кем ул сәсән?

14. Муса Гәрәев кем ул һәм ниндәй райондан?

15. Кем ул Ә. Мирзаһитов?

Артабан картиналар, шиғырҙарҙан өҙөктәр күрһәтелә, авторҙарын билдәләү кеүек эштәр тәҡлим ителә.

Һайланма
Һуңғылар
Архив
Асҡыс һʏҙҙəр буйынса эҙлəʏ​
Тегов пока нет.
Беҙ социаль селтəрҙəрҙ­ə
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page